Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.74 ↑

EUR 82.23 ↓

9 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Мирас, Мөхәммәт һәм Гөлли – Башҡортостанда быйыл тәүге өс игеҙәк донъяға килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Ҡыҙ һәм ике малай Өфөлә тыуған. Улар – республикала 2020 йылда донъяға килгән тәүге өс игеҙ бала.

13 февралдә күп балалы ата-әсә Гөлгөнә менән Азат Сыңғыҙовтар баш ҡаланың Киров районы ЗАГС бүлегендә яңы тыуған сабыйҙарын теркәне, тип хәбәр иттеләр республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан.

Улдарына Мирас, Мөхәммәт, ҡыҙҙарына Гөлли тип исем ҡушҡандар. Ғаиләлә биш йәшлек Самир үҫеп килә.

ЗАГС бүлеге етәксеһе Наилә Сәйетғалина бәхетле атайҙы ҡотлап, сабыйҙарҙың тәүге документтарын тапшырҙы.

Былтыр Башҡортостанда һигеҙ өс игеҙ бала донъяға килде.

http://www.bashinform.ru/news/1413935-miras-mukhammet-i-gulli-v-bashkirii-rodilis-pervye-v-etom-godu-troynyashki/              

Теги: тыуым
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть