Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.74 ↑

EUR 82.23 ↓

9 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Белорет районында – яңы хакимиәт башлығы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Кисә, 13 февралдә, Владислав Миронов Башҡортостандың Белорет районы башлығы вәкәләттәрен һалды. Урындағы совет депутаттары яңыраҡ республика Дәүләт Йыйылышында депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡан Андрей Иванютаны муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

«Белорет районында планға ярашлы алмаштырыу бара тип иҫәпләйем, уның шарттарын республика башлығы Радий Хәбиров былтырғы мөрәжәғәтнамәлә үк билдәләне. Муниципалитет башлығы вазифаһын рәттән ике сроктан артык үтәү сикләнә. Владислав Мироновтың потенциалы яңы эш урынында кәрәк булыр тип өмөтләнәм. Депутаттар сессияһында башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Андрей Иванюта райондың үҫешенә яңы импульс бирә алыр һәм башланған үҙгәртеп ҡороуҙарҙы дауам итер тип уйлайым. Андрей Ивановичтың бай идара итеү тәжрибәһе бар, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры булып эшләне, «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проекты авторы, Белорет районынан Дәүләт Йыйылышы депутаты булды, ошо биләмәнең проблемаларын һәйбәт белә һәм уларҙы һөҙөмтәле хәл итер тип өмөтләнәм», — тине «Берҙәм Рәсәй» төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.

http://www.bashinform.ru/news/1413825-v-beloretskom-rayone-bashkirii-naznachen-novyy-glava-administratsii/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть