Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Радий Хәбиров Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә булды. Ул үҙәк һәм перифериялы нервы системаһы, хәрәкәт-таяныу аппараты сирҙәренән яфаланған пациенттарҙы медицина реабилитациялауы бүлектәренең эше менән танышты, табиптарҙың кабинеттарын, һыу-ләм менән дауалауҙарын ҡараны. Йыл һайын госпиталдә ике меңгә яҡын кеше реабилитация үтә. Уларға төрлө хеҙмәттәр – дауалау ысулдары тәҡдим ителә: дауалау физкультураһы, физиотерапия, рефлексотерапия, транскраниаль магнит стимуляциялау, операцияһыҙ умыртҡа декомпрессияһы һәм башҡалар.

«Күргәндәрем яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бында заманса ҡорамалдар ҙә, профессиональ колллектив та бар. Ләкин иң мөһиме – өмөттәре һүнә башлаған, ауыр йәрәхәтләнгән, инсульт кисергән кешеләрҙе аяҡҡа баҫтыралар. Оҫта ҡуллы табиптар коллективына һәм уларҙың яйға һалынған эшенә рәхмәт әйтке килә. Реабилитация үҙәгендә ябай кешеләрҙең дауаланыуы ҡыуаныслы – Белореттан, Күмертауҙан, эшселәр, хаҡлы ялдағылар... Госпиталь етди иҡтисади мөмкинлектәре булғандар ғына дауаланған урынға әүерелергә тейеш түгел. Асылда бында кешеләргә икенсе ғүмер бирелә. Республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдереүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйем, сөнки уның ярҙамы ошондай үҙәк ойошторорға булышлыҡ итте», — тип билдәләне Радий Хәбиров госпиталде ҡарап сыҡҡандан һуң.
http://www.bashinform.ru/news/1413641-radiy-khabirov-posetil-respublikanskiy-klinicheskiy-gospital-veteranov-voyn/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть