Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

«Башавтотранс» республиканың ҡайһы бер ҡалаларында һәм райондарында юл хаҡын арттыра

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2020 йылдың 1 мартынан республиканың ҡайһы бер ҡалаларында һәм райондарында «Башавтотранс» автобустарында юл хаҡы ҡиммәтләнә. «Ҡала пассажир транспортында юл хаҡын үҙҡиммәтенә яҡынайтыу» кәрәклеге килеп тыуҙы, тип хәбәр итте дәүләт ташыусыһы.

«Инфляция кимәлен иҫәпкә алып һәм Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына нигеҙләнеп, ҡала пассажир автотранспортында пассажирҙарға һәм бер урын багаж йөрөтөүгә тариф ҡулаҡса һәм банк картаһы буйынса 25 һум була», — тип хәбәр иттеләр «Башавтотранс»тан.

«Алға» картаһы буйынса юл хаҡы бөтә муниципалитеттар өсөн үҙгәрешһеҙ ҡала. Шулай итеп, Өфөгә үҙгәрештәр ҡағылмай. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта ҡулаҡса һәм банк картаһы буйынса юл йөрөү биш һумға ҡиммәтләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1413473-bashavtotrans-podnimet-stoimost-proezda-vo-nekotorykh-gorodakh-i-rayonakh-respubliki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть