Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Республикала тағы бер туристик сайт менән таныштырҙылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда яңы туристик сайт менән таныштырҙылар. terrabashkiria.ru порталында рус, итальян, испан, ғәрәп, ҡытай, инглиз һәм немец телдәрендә республика, тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында мәғлүмәт бар.

Сайтты Башҡортостандың туризм министры Салауат Нафиҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күрһәтте. «Ғәҙәттә, тыуған көндә ҡотлауҙар һәм бүләктәр алыу ҡабул ителгән. Ләкин мин үҙем бүләк эшләйем. Ҡарағыҙ! Башҡортостандағы туризм тураһында сайт».

Сайттың төп бүлектәре – ҡайҙа барырға, нимә менән шөғөлләнергә һәм нисек барып етергә. Бында яҡынса хаҡтар менән Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан Өфөгә килеү ысулдары тәҡдим ителгән. Сайтта туристик маршруттар, шифаханалар, милли аш-һыу, сувенирҙар, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһының күркәм урындары тураһында мәғлүмәт тупланған. Айырым ҡушымтала республиканың туроператорҙары хаҡында мәғлүмәттәр баҫылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь башында visitrb туристик порталы эшләй башланы.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: terrabashkiria.ru — өсөнсө туристик сайт. 2019 йылдың мартында туристар өсөн сервис — gotorb.ru интернет-ресурсы асылды.

http://www.bashinform.ru/news/1413427-v-bashkirii-prezentovali-eshche-odin-turisticheskiy-sayt/                

Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть