Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Салауат Хәмиҙуллин: «Республика башлығы алдыма ҙур бурыстар ҡуйҙы»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Һуңғы ваҡытта Башҡортостандың билдәле ғалимы, тарихсы, публицист һәм тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллинды Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан эштән бушатыуҙары тураһында хәбәрҙәр йөрөнө. Ул «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында фән һәм журналистика мөхитендә ниндәйҙер бәхәстәр булыуын кире ҡаҡты, шулай уҡ артабанғы ижади һәм фәнни пландары менән бүлеште.

«Бөгөн мин республика етәксеһе Радий  Хәбиров менән осраштым, — тине Хәмиҙуллин. — Беҙ тарихи шәхестәребеҙҙе, яңы тарихтың геройҙарын, бай үткәнебеҙҙе популярлаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алыштыҡ, улар тирәләй йәмғиәтте берләштерә алыр инек, мәҫәлән, генерал Миңлеғәле Шайморатов. Миңә был мәсьәләләр менән журналист статусында шөғөлләнеү тығыҙыраҡ, шуға күрә улар менән яңы фәнни статуста эшләрмен. Яңы эшем тураһында һуңыраҡ хәбәр итермен. Республика етәксеһе алдыма ҙур бурыстар ҡуйҙы. Шуның менән бергә аудиториямды тынысландырырға теләйем, «Тарихи мөхит» тапшырыуым артабан да үҙемдең ҡатнашлығымда Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сығыуын дауам итер».    

http://www.bashinform.ru/news/1413334-salavat-khamidullin-glava-respubliki-postavil-peredo-mnoy-masshtabnye-zadachi/

Теги: тарих
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть