Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостан ауылдарына эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум аҡса түләнә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләй башлайҙар.

Ошондай бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында тейешле ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.

Субсидиялар өс йыл дауамында – 2020-2022 йылдарҙа бүленә. Аҡса  йыл һайын 1 декабргә тиклем күсерелә.

Документта билдәләнеүенсә, уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәрен алырға хоҡуҡлы дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлай.

Дәғүәселәргә талаптар иҫәбендә – уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа, махсус белеме булырға, аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған уҡыу йөкләмәһе менән уҡытыусы вазифаһына эшкә урынлашырға тейеш. Ауылда мотлаҡ биш йыл эшләргә кәрәк.

Күсеп барырға ниәтләгән урындан 50 саҡрымдан кәмерәк алыҫлыҡта эшләгәндәр йәки йәшәгәндәр конкурста ҡатнаша алмай. Йә иһә күсергә ниәтләгән урын әлеге ваҡытта йәшәгән йәки эшләгән муниципалитетҡа тап килһә.

Уҡытыусыларҙан ғаризалар йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1413220-uchitelya-pereekhavshie-na-rabotu-v-sela-bashkirii-poluchat-po-1-mln-rubley-/                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть