Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Өфөлә тәүге республика ябыҡ футбол майҙаны төҙөлә

Спорт

ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

2020 йылда Өфө биләмәһендә генә түгел, ә Башҡортостанда беренсе дәүләт ябыҡ майҙаны төҙөлә башлай. Спорт ҡоролмаһының проекты дәүләт экспертизаһын үтте. Йыл әйләнәһенә эшләгән спорт объекты «Нефтсе» стадионы биләмәһендә һалына.

«Спорт объектының дөйөм майҙаны – 6,5 мең квадрат метр, шуның алты мең метр квадрат метр самаһы – футбол майҙаны, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. — Проектта кейенеү, дөйөм ҡулланыу урындары, душ бүлмәләре, гардероб, вестибюль, тренерҙар бүлмәһе, инвентарь өсөн бүлмә, шулай уҡ медицина пункты бар».

Башҡортостанда беренсе ябыҡ футбол майҙанының заказсыһы — республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың февралендә Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылында шәхси инвестор аҡсаһына тәүлек әйләнәһенә эшләгән футбол майҙаны асылды.

http://www.bashinform.ru/news/1413184-v-ufe-poyavitsya-pervyy-krytyy-futbolnyy-manezh/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть