Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Татарстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

14-15 майҙа Татарстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла. Был хаҡта Татарстандың Башҡортостандағы даими вәкиле Ранэль Зиннәтуллинға һылтанма менән «Татар-информ» хәбәр итте.

Татарстан делегацияһын Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов етәкләй, ә Башҡортостан вәкилдәре Радий Хәбиров етәкселегендә килә. Яҡтарҙың берлектәге проекттар, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында фекер алышыуы, ТАССР-ҙың 100 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашыуы көтөлә.

«Татарстан менән берлектә ойошторолған бизнес-форумда бер нисә документҡа ҡул ҡуйыу күҙаллана. Әле Иннополис һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Иннополис һәм Өфө нефть университеты араһында хеҙмәттәшлекте нығытырға тигән килешеүҙәр бар», — тип һөйләне Ранэль Зиннәтуллин.

Башҡортостан делегацияһын Татарстан менән ТАССР ойошторолоуҙың 100 йыллығына әҙерләнгән махсус проект ярҙамында таныштырыу күҙаллана. Киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет-ресурстарҙа Татарстандың инвестиция, сәнәғәт, туристик ҡеүәте, төп предприятиелары һәм хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1413191-v-tatarstane-proydut-dni-respubliki-bashkortostan/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть