Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Мәскәүҙә Каринэ Хәбирова һәм Алһыу «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһен асты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте.

Сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Мәскәү Хөкүмәте, ижади интеллигенция һәм «Башҡортостан яҡташлығы» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.

«Ете ҡыҙ» ижади проекты ете рәссам — Лиана Мкртчян, Раушания Бәҙретдинова, Ринат Миңлебаев, Рафаэль Ҡадиров, Рәсих Әхмәтвәлиев, Әмир Мәжитов, Йәмил Сөләймәновтың эштәрен берләштерҙе. Уларҙың һәр береһе ҡурҡыу белмәҫ ете ҡыҙ тураһында халыҡ легендаһын үҙенсә һүрәтләгән. Проект авторы – Башҡортостан Республикаһы башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова. Ул дөйөм концепцияны әҙерләгән һәм эштәрҙе һайлап алған.

«Ошо проектта ҡатнашырға теләк белдергән рәссамдарыбыҙға ҙур рәхмәт, — тип мөрәжәғәт итте Каринэ Хәбирова йыйылыусыларға. — Идея һәр рәссамдың «Ете ҡыҙ» башҡорт халыҡ легендаһынан ҡыҙ образын төшөрөүгә ҡайтып ҡалды. Эштәр төрлө һәм бик  үҙенсәлекле килеп сыҡты».

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле,Мәскәү ҡалаһы Башҡорт мәҙәни үҙәгенең ижади коллективтары, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты Гәлсәр Байғусҡарова сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1412952-v-moskve-v-chest-100-letiya-bashkortostana-otkrylas-vystavka-kartin-sem-devushek/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть