Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Аксенов агросәнәғәт колледжында ветеринарҙар әҙерләү өсөн уҡыу үҙәге ойошторола

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Аксенов агросәнәғәт колледжында ветеринарҙар әҙерләү өсөн уҡыу үҙәген ойоштороу планлаштырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировты Әлшәй районына эш сәфәре ваҡытында ошо проект менән таныштырҙылар.

Был студенттар практик белем алырға тейешле мини-ферма рәүешендә була. Бында 200 баш инә сусҡа аҫрау күҙаллана. Ветеринарҙар эре мөгөҙлө мал менән дә эшләргә өйрәнә. Артабан улар компанияның етештереү майҙансыҡтарында стажировка үтә, уҡыуҙарын тамамлағас, Башҡортостан ит компанияһының малсылыҡ комплекстарында эш урындары бирелә.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн квалификациялы ветеринарҙарҙың етешмәүен тоябыҙ, — тип һөйләне «Таврос» компаниялар төркөмөнөң «Башҡортостан ит компанияһы» генераль директорының беренсе урынбаҫары Ринат Зәйнуллин. — Былтыр Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетын тамамлаған 65 белгестең өсәүһе генә агросәнәғәт комплексына эшкә килде, ҡалғандары ветеринария клиникаларына урынлашып, эт-бесәйҙәрҙе дауалай. Йәғни әлегә бюджет уҡытыуының һөҙөмтәлелеге тураһында әйтеп булмай, шуға күрә беҙ колледж менән ошондай уҡыу үҙәге ойошторорға тигән берлектәге ҡарар ҡабул иттек».

Аксенов агроколледжында түбәндәге һөнәрҙәргә уҡытыла: агрономия, ветеринария, умартасылыҡ, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологияһы. Шулай уҡ иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы-кондитер, тракторсы-машинист һөнәрҙәре буйынса әҙерлек алып барыла.

Аксенов агросәнәғәт колледжының тарихы 1896 йылда асылған Бәләбәй түбәнге ауыл хужалығы мәктәбенән башлана. 1912 йылда ул Аксенов ауыл хужалығы мәктәбе тип үҙгәртелгән.

Хәҙер бында 869 студент уҡый. Радий Хәбиров бөгөн Әлшәй районы буйлап эш сәфәре барышында уҡыу йортоноң заманса ҡорамал менән йыһазландырылған лаборатория комплексын ҡараны. Колледж директоры Ришат Абдулвәлиев республика етәксеһенә оҫтаханаларҙы йыһазландырыуға 47,5 миллион һум аҡса тотоноуҙары хаҡында һөйләне.

Колледж студенттары «WorldSkills Russia» хәрәкәтендә ҡатнаша. 2019 йылдың февралендә уҡыу йорто донъяуи әҙерлек кимәленә тап килгән оҫтаханаларҙы йыһазландырыу өсөн гранттар бүлеү конкурсында ҡатнашты һәм еңеүсе булды. Проект сиктәрендә биш оҫтахана «Агрономия», «Ауыл хужалығы биотехнологиялары», «Сити-Фермерлыҡ», «Ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу», «Ветеринария» компетенциялары буйынса WorldSkills Russia стандарттарына ярашлы йыһазландырылды.

http://www.bashinform.ru/news/1412896-v-bashkirii-sozdayut-uchebno-proizvodstvennyy-tsentr-dlya-veterinarov-na-baze-kolledzha/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть