Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Республикала «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» интернет-конкурсы уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт музейы Башҡорт теле йылында «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» видеороликтар интернет-конкурсын үткәрә. Конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рауил Бикбаевтың ижадына арнала.

Унда Башҡортостан һәм яҙыусының тыуған яғы — Ырымбур өлкәһе белем биреү учреждениеларының (мәктәп, лицей, гимназия, колледж) 1-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәш категорияһы:

— 7-нән 9 йәшкәсә;

— 10-дан 13 йәшкәсә;

— 14-тән 17 йәшкә тиклем.

Ғаризалар һәм конкурс эштәре 10 апрелгә хәтлем ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы төркөмөнә ҡушылырға кәрәк. Видеороликтың оҙайлылығы биш минуттан артмаҫҡа тейеш.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 20 апрелдә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрен билдәләгән ваҡытта була.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм положение – музейҙың сайтында. Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» Указы сиктәрендә үткәрелә.

http://www.bashinform.ru/news/1412826-v-bashkortostane-provoditsya-internet-konkurs-chitaem-bikbaya/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть