Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда Зауыҡлылыҡ йылы эмблемаһы раҫланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы эмблемаһы раҫланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2020 йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Эмблеманың иң яҡшы макетына тауыш биреү ойошторолдо.

Тауыш биреүҙә өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ун вариант тәҡдим ителде.

Шулай итеп, Зауыҡлылыҡ йылына әҙерлек этабы тамамланды. Муниципалитеттарҙа ойоштороу комитеттары булдырылды, саралар планы әҙерләнде, «Таҙалыҡ көндәре» билдәләнде. Муниципаль берәмектәр газондарҙы, тротуарҙарҙы, яҡтыртыуҙы, ҡоймаларҙы тикшереп сыҡты һәм ошо йүнәлештәр буйынса кәрәкле ресурстар күләмен билдәләне.

Мониторинг буйынса, Башҡортостан Республикаһында 4 меңгә яҡын тораҡ пункт иҫәпләнә, үҙәк урамдарҙың һәм ҡыҙыл һыҙаттарҙың дөйөм оҙонлоғо – 52 мең саҡрым. Ревизия йомғаҡтары буйынса 587 саҡрым ҡоймаға, 3 мең квадрат километр газонға ремонт талап ителеүе асыҡланды.

«Ҡалаларҙы һәм райондарҙы тәүге контроль датаға – 9 майға әҙерләү өсөн ни бары ике ай ярым ваҡыт ҡалды. Биләмәләрҙе ҡарҙан, сүп-сарҙан, ауған ағастарҙан таҙартырға, техниканы һәм кәрәкле материалдарҙы әҙерләргә кәрәк», — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.

http://www.bashinform.ru/news/1412750-v-bashkirii-utverzhdena-emblema-goda-estetiki/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть