Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

4 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Молния

Салауат драма театры ҡарамағындағы студияла «Ә таңдар бында тыныс» спектакле сәхнәләштерелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡарамағындағы студияла «Ә таңдар бында тыныс» спектакленең премьераһы уҙҙы. Борис Васильевтың повесы буйынса ҡуйылған спектакль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды.

Ҡуйыусы режиссерҙар – театр актерҙары Рафаэль Ғәйнуллин һәм Рәмзиә Мәҡсүтова. Спектаклдә йәш артистар Дилара Ғәйнетдинова, Камила Сафиканова, Анна Пимонова, Анастасия Осогосток, Йәсмин Әйүпова һәм Глеб Лучшев уйнаны.

«Махсус белемдәре булмаһа ла, улар бик оҫта һәм күңелдәрен һалып уйнаны, тамашасыға геройҙары кисергән хис-тойғоларҙы күрһәтергә тырышты, — тип һөйләне Салауат театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире Динә Бәширова. — Спектакль башҡа майҙансыҡтарҙа күрһәтеүгә лайыҡ. Студия етәксеһе Катрина Душанбаева киләсәктә «Ә таңдар бында тыныс» спектакле менән фестивалдәрҙә ҡатнашырға һәм уны тотош республикала күрһәтергә ниәтләй».

Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡарамағындағы төркөм 2018 йылдың ноябрендә ойошторолған. Студия уҡытыусыһы – театр артисы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура бүлеге студенты Рафаэль Ғәйнуллин. Рафаэль ике спектаклде уңышлы сәхнәләштергән дә инде. Тәүгеһе — М. Бартеневтың пьесаһы буйынса «Бишкә тиклем һанайым...» балалар өсөн музыкаль әкиәт (2016), икенсеһе — В. Илюховтың «Күңелсәк Эльф» әкиәте (2018).

http://www.bashinform.ru/news/1412313-deti-iz-studii-pri-salavatskom-dramteatre-postavili-spektakl-a-zori-zdes-tikhie/                

Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть