Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.74 ↑

EUR 82.23 ↓

9 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Мәскәүҙә «Ете ҡыҙ» күргәҙмәһе ғәскәровсыларҙың легендар бейеүе менән асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһе асыла. Республиканың 100 йыллығын байрам итеү ошондай сағыу сара менән тамамлана.

«Ете ҡыҙ» — ете рәссамдың эштәрен берләштергән ижади проект. Уларҙың һәр береһе ҡурҡыу белмәҫ ете ҡыҙ тураһында халыҡ легендаһын үҙенсә һүрәтләгән. Проект авторы – Башҡортостан Республикаһы башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова. Ул дөйөм концепцияны әҙерләгән һәм эштәрҙе һайлап алған.

«Ете ҡыҙ» Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенең Концерт залында даими экспозиция булырға тейеш. 11 февралдә күргәҙмәне асыу тантанаһында Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Мәскәү Хөкүмәте, ижади интеллигенция һәм «Башҡортостан яҡташлығы» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнаша. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Мәскәү ҡалаһы Башҡорт мәҙәни үҙәгенең ижади коллективтары сығыш яһай.

«Бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Мәскәүгә осто. Күргәҙмәне асыу сараһында улар легендар «Ете ҡыҙ», «Бөрйән ҡыҙҙары» һәм «Заһиҙә» бейеүҙәрен башҡара», — тип хәбәр иттеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтенән

http://www.bashinform.ru/news/1412299-vystavku-sem-devushek-v-moskve-otkroet-legendarnyy-tanets-gaskarovtsev/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть