Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.74 ↑

EUR 82.23 ↓

9 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Дәүләт Думаһында әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында төҙәтмәләр өҫтөндә эш башланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Дәүләт Думаһында әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында төҙәтмәләр өҫтөндә эш башланды. Был турала ТАСС хәбәрсеһенә ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Тамара Плетнева хәбәр итте. «Төҙәтмәләр килде, эш бара. Депутаттар уларҙы 19 февралдәге ултырышта тикшерә», — тине Плетнева.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә әсәлек капиталы программаһын 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтырға, беренсе балаға тыуғанда уҡ сертификат бирергә, шулай уҡ ике балалы ғаиләләргә ошо түләү күләмен арттырырға тәҡдим итте.

Алдан хәбәр ителгәнсә, төҙәтмәләр тәү сиратта әсәлек капиталы программаһын 2026 йылға хәтлем оҙайтыуҙы  һәм уны йыл һайын индексациялауҙы күҙ уңында тота. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң беренсе балаһы тыуған йәки тәрбиәгә алған ғаиләләргә әсәлек капиталы түләнә – 466 мең 617 һум. Ғаиләләрҙә икенсе һәм артабанғы балалар донъяға килгән һәм йәки тәрбиәгә алынған осраҡта түләүҙең күләме 616 мең 617 һум була.

http://www.bashinform.ru/news/1412302-v-gosdume-nachali-rabotu-nad-popravkami-o-rasshirenii-programmy-matkapitala/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть