Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Көйөргәҙе районында «Яулыҡ – Тыныслыҡ билдәһе» фестивале уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Уҙған ял көндәрендә Көйөргәҙе районының «Йәшлек» район мәҙәниәт йортонда «Яулыҡ – Тыныслыҡ билдәһе» фестивале ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтарының республиканың район-ҡалаларынан егерменән ашыу оҫтабикәнең ҡулдан эшләгән төрлө биҙәүестәрен: селтәр, яулыҡ, баш кейемдәрен ҡарауҙан тыш, һатып алыу мөмкинлеге булды. Фестиваль барышында никахҡа яулыҡ, кейем аксессуары булараҡ яулыҡ бәйләү, визаж һәм стиль буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Тамашасылар алдында Башҡортостандың халыҡ артисы, дүрт тапҡыр ҡурайсылар конкурсының Гран-прийын яулаған «Ҡурайсы» төркөмө етәксеһе Роберт Юлдашев сығыш яһаны. Шулай уҡ Линара Таһированың «Һылыуҡай-BASHKIRIAN BEAUTY» студияһының шәхси коллекцияһы күрһәтелде. Фестиваль тамашасылары һәм ҡунаҡтары әйтеүенсә, улар онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

«Бөгөн ыңғай хис-тойғолар, бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ, беҙгә яулыҡ ябынып та модалы күренергә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләнеләр һәм күрһәттеләр», — тип үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты байрам ҡунаҡтары.

Сараны ойоштороусылар – Көйөргәҙе районы хакимиәте, муниципалитеттың хәйриә фонды һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы. Яулыҡ фестивале Салауат епархияһы һәм Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты эгидаһы аҫтында уҙҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1412205-v-kuyurgazinskom-rayone-proshel-festival-platok-simvol-mira/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть