Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.45

EUR 68.77

17 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө тергеҙелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү эштәре тергеҙелде. Был ВТБ Капиталдың «Рәсәй саҡыра!» инвестиция форумы барышында 2017 йылдың Көнсығыш сығыу юлын финанслау, төҙөү һәм түләүле автомобиль юлын файҙаланыу тураһында концессия килешеүенә өҫтәмә шарттарға ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлы тоннеле төҙөлөшө 1992 йылда башланды һәм 2007 йылда финанслау етмәү сәбәпле туҡтатылды.

Бөгөн төҙөлөш урынына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килде. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, подряд ойошмалары төҙөлөш эштәренә тотонған да инде. Генераль подрядсы – Төркиәнең Limak компанияһы – проектты ғәмәлгә ашырыуға әҙерлекте башлаған.

Проекттың дөйөм хаҡы — 33,5 миллиард һум. Шуның 24,45 миллиард һумы — капиталь грант (19,99 миллиарды — федераль бюджет аҡсаһы, 4,5 миллиарды — республика бюджеты аҡсаһы), 9,1 миллиарды — концессионер аҡсаһы. Бөтә эштәрҙең дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашыуыраҡ була.

Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн 2023 йылда тамамлау күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1406187-v-ufe-vozobnovilos-stroitelstvo-vostochnogo-vyezda/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть