Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30 ↑

EUR 69.41 ↓

22 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Республикала йәшәүселәрҙе буран һәм көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы тураһында иҫкәртәләр

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда һауа шарттары тотороҡһоҙ ҡала. Юлдарҙа урыны менән тайғаҡ, ҡарҙа 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей, шул иҫәптән бөгөн кис көслө буран көтөлә. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.

«Шуға бәйле республика юлдарына бик күп техника йәлеп ителгән. Әле 1012 берәмек техника эшләй, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа — 243 берәмек, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа — 572, Өфөлә — 197», — тине ведомство етәксеһе.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә республикала һалҡындар көтөлә. 27 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -7,-12 градус була.

Шишәмбе, 28 ғинуарҙа, төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем, көндөҙ -12,-17.

Шаршамбы, 29 ғинуарҙа, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән еңелсә ҡар. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -19,-24, урыны менән -30 градусҡаса, көндөҙ -10,-15.

http://www.bashinform.ru/news/1405993-zhiteley-bashkirii-preduprezhdayut-o-metelyakh-i-sushchestvennom-pokholodanii-/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть