Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30 ↑

EUR 69.41 ↓

22 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Путин әсәлек капиталына ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй президенты Владимир Путин 31 июлгә тиклем ҡануниәткә әсәлек капиталына ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерергә ҡушты. Был турала ТАСС хәбәр итте.

Путиндың йөкләмәләр тексында Рәсәй ҡануниәтенә балалы ғаиләләргә льготалы ипотека биргән банктар һәм Пенсия фондының территориаль органдары араһында «шул иҫәптән электрон үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу иҫәбенә» ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн үҙгәрештәр индерергә кәрәклеге тураһында әйтелә.

Йөкләмәне үтәү өсөн илдең премьер-министры Михаил Мишустин яуап бирә.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә беренсе балаға әсәлек капиталы түләргә тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, яңы ҡағиҙә 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инергә тейеш.

Дәүләт башлығы шулай уҡ әсәлек капиталы программаһының кәмендә 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылыуы хаҡында һөйләне.

Беренсе бала өсөн әсәлек капиталын март-апрель айҙарында уҡ түләй башлау планлаштырыла.    

http://www.bashinform.ru/news/1405886-putin-poruchil-sokratit-srok-rassmotreniya-zayavleniy-na-matkapital/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть