Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30 ↑

EUR 69.41 ↓

22 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҡотопсолар һәм Себерҙе өйрәнеүселәр музейы ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Төньяҡ Боҙло океанды һәм Антарктиданы яулаған легендар яҡташтарыбыҙҙың исемдәре музейҙа мәңгеләштерелә. Өфөлә полярсыларға һәм Себерҙе өйрәнеүселәргә арналған мәҙәни объект асыла. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Бөгөн, 25 ғинуар – Татьяна көнө, студенттарҙың байрамы ғына түгел, ә Хәрби-Диңгеҙ Флоты Штурманы көнө лә. Беҙҙең яҡташтар – Валериан Альбанов, Геннадий Казанин, Валентин Смирнов, Фидүс Әсхәҙуллин һәм башҡалар Төньяҡ Боҙло океанды һәм Антарктиданы яулаған. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан ҡайҙа ла, Төньяҡ һәм Көньяҡ полюстар ҡайҙа... Әммә беҙҙең Вениамин Кавериндың «Ике капитан» әҫәрен уҡып үҫкән быуын өсөн диңгеҙ темаһы, диңгеҙ капитандарының һәм штурмандарҙың ҡаһарманлығы һәр ваҡыт яҡын булды. Легендар диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙең «Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә» тигән девизы үҫмер саҡтан хәтеремдә ҡалған», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, яңы музей Свердлов урамындағы 88-се йортта асыла.  

http://www.bashinform.ru/news/1405693-v-ufe-sozdadut-muzey-polyarnikov-i-issledovateley-severa/

Теги: музей
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть