Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Архитекторҙарҙы «Ватан» этнопаркын реконструкциялау проектына конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Архитекторҙарҙы Өфөлә «Ватан» этнопаркын һәм яҡындағы биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙең комплекслы проектын әҙерләү өсөн Бөтә Рәсәй архитектура-ҡала төҙөлөшө конкурсында ҡатнашырға саҡыралар.

Конкурс 14 февралгә тиклем бара. Ул яңы актуаль идеялар, шулай уҡ ҡала киңлеген үҫтереүҙә эксперименталь ҡарарҙар эҙләү өсөн үткәрелә. Унда 35 йәшкәсә архитекторҙар һәм архитектура юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Конкурс проекттарын 13 мартҡа тиклем ебәрергә мөмкин.

Сараны ойоштороусылар – Өфө мэрияһының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы менән берлектә Рәсәй Архитекторҙар союзы.

Конкурсҡа йомғаҡ 27 мартта яһала.

Тулыраҡ – конкурстың сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1405568-arkhitektorov-priglashayut-k-uchastiyu-v-konkurse-na-proekt-rekonstruktsii-etnoparka-vatan/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть