Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәлисә Багаеваның ижад кисәһе була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

1 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны Хәлисә Багаеваның ижад кисәһе була.

Был көндө дуҫтары һәм яҡындары, коллегалары, уҡыусылары Хәлисә Шаһыбал ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ҡотларға йыйыла. Уҡытыусы һөнәре кешенән белемле булыуҙан тыш, күңел көсө, түҙемлек талап итә. Ул бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған.

Хәлисә Багаева әйтеүенсә, ул ике быуын уҡыусылар тәрбиәләгән. Бынан тыш, юбиляр, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына бейеү менән шөғөлләнә башлаһа ла, бик матур бейей. 2014 йылда етенсе тиҫтәһен ҡыуған Хәлисә Багаева хатта «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында өсөнсө урынды алған.

Кисәлә юбиляр тамашасыларға башҡорт халыҡ бейеүе «Мөғлифә»не бейергә һәм шиғыр һөйләп күрһәтергә ниәтләй. Шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев һәм башҡалар сығыш яһай. Сараны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова алып бара.

Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Багаева 1950 йылда Белорет районының Рысыҡай ауылында тыуған. 1975 йылдан, кейәүгә сыҡҡандан алып, Федоровка районының Батыр ауылында йәшәй. Шул уҡ йылда мәктәптә уҡыта башлай. Хәҙер Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы хаҡлы ялда. Ләкин ул бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. 37 йыл боронғо башҡорт ауылы Батырҙа ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Хәҙер ул абруйлы ағинәй исемен йөрөтә. Бик күп наградалары, грамоталары һәм дипломдары бар. Республикала уны яҡшы уҡытыусы, ҡул эштәре оҫтаһы, шәп бейеүсе булараҡ беләләр. Хәлисә Багаева башҡорт телен популярлаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй, башҡорт телен өйрәнеү һәм халыҡ тормошо менән бәйле төрлө күргәҙмәләр ойоштора.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың указы менән республикала 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Быйыл башҡорт телен пропагандалауға, популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар уҙғарыу күҙаллана. Был сара ла Башҡорт теле йылына бағышланған. Ойоштороусы – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Мәғариф министрлығы булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы.

http://www.bashinform.ru/news/1405505-v-ufe-proydet-tvorcheskiy-vecher-zasluzhennogo-uchitelya-bashkortostana-khalisy-bagaevoy/

              

Теги: юбилей
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть