Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төркиәнең Рәсәйҙәге илсеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәлен барып ҡараны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

23 ғинуарҙа Өфөлә Төрөк Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мәхмәт Самсар һәм Төрөк Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Исмет Эрикан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәлен барып ҡараны.

Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова һөйләүенсә, Мостай Кәрим күп кенә төрөк яҙыусылары һәм шағирҙары менән дуҫ булған.

«Мәскәүҙә ул бөйөк төрөк шағиры Назим Хикмәт менән танышҡан, — тип билдәләне Әлфиә Мостай ҡыҙы. — Мостай Кәрим Төркиәгә тәүге тапҡыр 1966 йылда үҙенең дуҫы Константин Симонов менән барған. Шул ваҡыттан бирле уны танылған төрөк сатиригы Азиз Несин, яҙыусы Орхан Кемаль менән тығыҙ дуҫлыҡ ептәре бәйләгән. Ул яҙыусы Суад Дервишты яҡындан белгән, рәссам Ибраһим Балабан менән дуҫ булған. Дуҫы Невзат Устюн уның шиғырҙар китабын тәржемә иткән һәм атайым төрөк уҡыусылары араһында билдәлелек яулаған».

Мостай Кәримдең шиғри йыйынтыҡтары Төркиәлә лә бер нисә тапҡыр нәшер ителгән, тип өҫтәне ул.

23 ғинуарҙа Өфөлә Мәхмәт Самсарҙың Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуы уҙҙы. Унда Исмет Эрикан да ҡатнашты. Яҡтар иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1405244-posol-turtsii-v-rossii-posetil-pamyatnik-narodnomu-poetu-bashkortostana-mustayu-karimu/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть