Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың ун тауары «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» программаһына индерелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостандың ун продукты «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» программаһына индерелә.

«Улар икмәк-күмәс һәм кондитер изделиелары, башҡорт сәк-сәге һәм бауырһаҡ, әҙер беренсе һәм икенсе ризыҡ, шулай уҡ профессиональ һауыт-һаба һәм фарфор изделиелар етештереүселәр», — тип хәбәр итте Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының  матбуғат хеҙмәте.

«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проект республикала 2013 йылдан алып үҫешә. Әле ул 403 аҙыҡ-түлек етештереүсене һәм 41 аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған әйберҙән етештереүсене берләштерә.

Проектта башлыса кондитер изделиелары, ярымфабрикаттар, икмәк-күмәс изделиелары, колбаса, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған әйберҙәр, шулай уҡ бал, сәй, еләк-емеш, йәшелсә һәм башҡа продукция бар.

Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып 444 диплом бирелгән, шуларҙың 96-һы 2019 йылда аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған әйберҙәр етештереүсегә тапшырылған.

«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектына инеү һәм сараларҙа ҡатнашыу бушлай, йәғни республика етештереүселәренән аҡса һалыу талап ителмәй.

Аҙыҡ-түлеккә «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен ҡуйыуға рөхсәт алыу өсөн ғаризаны проекттың рәсми сайтында http://productrb.ru йәки 8 (347) 282-97-30 телефоны буйынса ҡалдырырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1405287-desyat-respublikanskikh-tovarov-vstupyat-v-programmu-produkt-bashkortostana/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть