Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

27 ғинуарҙа Башҡортостанда «Блокада икмәге» акцияһы уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

27 ғинуарҙа – Ленинград ҡамауын өҙгән көндә – Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында «Блокада икмәге» республика акцияһы уҙғарыла.

Унда уҡыусылар, студенттар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, эҙәрмән отрядтары, «Юнармия», хәрби-патриотик клубтар һәм ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Башҡортостан мәктәптәрендә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында тематик радиолинейкалар була. Ленинград ҡамауы ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә.

Һуңынан ошо акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың обелисктарына сәскәләр һалырға, уларға иҫтәлекле дата символы – листовка менән «блокада икмәге» бирелергә тейеш.

Эҙәрмән отрядтары  һәм тарихи реконструкция клубтары «блокада икмәге»н таратыу урындарында 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡамауын өҙөүгә бағышланған күргәҙмәләр әҙерләй.

Бынан тыш, 27 ғинуарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар, Ленинград блокадаһына арналған фильмдар ҡарау, шулай уҡ Ленинград ҡамауында ҡатнашыусылар менән видеоконференциялар үткәреү күҙаллана.

«Блокада икмәге» акцияһын ойоштороусылар – «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе, Башҡортостандың йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге, «Юнармия»ның төбәк штабы.

http://www.bashinform.ru/news/1405198-27-yanvarya-v-bashkirii-proydet-masshtabnaya-aktsiya-blokadnyy-khleb/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть