Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

2020 йылда республикала дүрт онкология үҙәге асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Быйыл республикала дүрт онкология үҙәге асыла. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

«Өфөнөң 13-сө дауаханаһында, Күмертауҙа, Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа үҙәктәр эшләй, — тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе. — Шулай уҡ Стәрлетамаҡта беренсе квартал аҙағында 1-се ҡала дауаханаһында химия терапияһы бүлеген асыу күҙаллана. Онкология диспансерында палаталы поликлиника корпусы файҙаланыуға тапшырыла».

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, хәҙер яман шеш ауырыуҙарын диагностикалау өсөн аппаратураның иҫкереү проблемаһы бар. Әлеге мәлдә 60-70 проценты – иҫке. Был база яйлап яңыртыла. Республика компетентлы кадрҙарға ла мохтаж. Максим Забелин һүҙҙәренсә, бөгөн 120 онколог етешмәй. 2020 йылда 30 белгестең килеүе көтөлә.

Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау осраҡтары арта.

«Бөгөн республикала йәшәүселәр йышыраҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфалана.  Онкологияны асыҡлауҙың алға барышын иҫәпкә алып, тиҙҙән тап ошо ауырыуҙар беренсе урынға сығыр, — тине республика онкология диспансерының баш табибы. — 2019 йыл йомғаҡтары буйынса, тикшереү үткән пациенттарҙың 56,5 процентында беренсе һәм икенсе стадиялағы яман шеш табылған».

Белгестәр онкологик сирҙәргә килтергән сәбәптәр араһында элеккесә экологияның бик насар хәлдә булыуын, кешенең туҡланыуын, алама ғәҙәттәрҙе (тәмәке тартыу һәм алкоголь ҡулланыу), генетик бирешеүсәнлекте билдәләй.

http://www.bashinform.ru/news/1405133-v-2020-godu-v-bashkirii-otkroyut-chetyre-onkologicheskikh-tsentra-/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть