Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Рәсәй география йәмғиәте «Торатау» геопаркына экспедициялар әҙерләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе 2020 йылда «Торатау» геопаркы биләмәһенә этнографик (урындағы халыҡтан материалдар йыйыу), ҡаргиҙәр (тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшереү), археологик (объекттарҙы инвентаризациялау) экспедициялар үткәрергә ниәтләй. Был материалдар геопаркты ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереүгә ғариза әҙерләү өсөн кәрәк.

Ошо хаҡта Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов ойошманың төбәк бүлексәһенең Попечителдәр советы ултырышында белдерҙе. Ултырыш Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә уҙҙы.

Шулай уҡ Рус география йәмғиәтенең 175 йыллығына бәйле ағымдағы йылдың март аҙағында Өфөлә Рус география йәмғиәтенең «Торатау» беренсе төбәк-ара фестивален, Башҡортостан буйынса Беренсе Бәләкәй географик диктант үткәреү планлаштырыла.

Башҡортостандың географик үҙәгендә –  Ғафури районының Ерек ауылы янында координаталар менән иҫтәлекле стела ҡуйыла. «Көгөш» киҫелешендә «Алтын сөй» халыҡ-ара проектын ғәмәлгә ашырыу ҡарала.

http://www.bashinform.ru/news/1405175-v-bashkirii-rgo-zaplanirovala-ekspeditsii-na-goru-toratau/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть