Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Федерация Советы уҡытыусылар хеҙмәтенә түләүҙең берҙәм системаһын булдырырға тәҡдим итә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Федерация Советы хөкүмәткә уҡытыусылар өсөн хеҙмәткә түләүҙең берҙәм системаһын булдырырға тигән мөрәжәғәт ҡабул итте, тип белдерҙе юғары палатаның матбуғат хеҙмәте. Әлеге ваҡытта төбәктәрҙә урындағы властар педагогтарҙың эш хаҡын үҙҙәре билдәләй. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер өлкәләрҙә уҡытыусыларҙың төп оклады минималь хеҙмәт хаҡынан ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, илдә уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 40 мең самаһы тәшкил итә. Төбәктәр буйынса айырма ҙур ғына – ҡайһы берҙәрендә уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы 22 мең һум булһа, Чукоткала иһә 100 мең тирәһе.

Закон сығарыусылар уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡын эшләгән сәғәттәр һанына, белем биреү программаһына һәм квалификацияһына ярашлы билдәләргә, дәртләндереүсе түләүҙәр системаһын һаҡлап ҡалырға тигән тәҡдим индерҙе.

Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, президенттың медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса берҙәм талаптар тураһында күрһәтмәһе бар, уҡытыусылар өсөн дә ошондай алымды ҡулланырға кәрәк. Тариф сеткаһына кире ҡайтыу хаҡында һүҙ бармай, тине сенатор.

http://www.bashinform.ru/news/1405170-sovet-federatsii-predlagaet-sozdat-edinuyu-sistemu-oplaty-truda-uchiteley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть