Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Беҙ — Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республика райондарында һәм ҡалаларында «Беҙ — Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» темаһына ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсының төбәк этабы бара. Конкурс 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Положениеға ярашлы, урындарҙа еңеүселәрҙең ғилми-тикшеренеү эштәре ойоштороу комитетына ебәрелергә тейеш.

Ғинуар каникулдарын һәм конкурсты ойоштороусылар адресына килгән бик күп үтенестәрҙе иҫәпкә алып, ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты 10 февралгә тиклем оҙайтылған, ә ғилми-тикшеренеү эштәрен 10 мартҡа хәтлем тапшырырға кәрәк.

Конкурсҡа йомғаҡ апрель уртаһында – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләр алдынан яһала.

Бөйөк Еңеү йылъяҙмаһының сағыу биттәрен — фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең биографияларын һәм шәжәрәләрен яҙыу маҡсатында ойоштороу комитеты конкурстың төбәк этабын үткәреү өсөн яуаплыларға социаль әһәмиәтле бәйгелә йәш быуындың ҡатнашыуы буйынса эште әүҙемләштереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә.

http://www.bashinform.ru/news/1405008-zhiteley-bashkirii-priglashayut-prinyat-uchastie-v-konkurse-my-letopistsy-velikoy-pobedy/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть