Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Төрөк Республикаһының Почетлы консулы институтын асыу ҡарала

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Төрөк Республикаһының Почетлы консулы институтын асыу ҡарала. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Төрөк Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мәхмәт Самсар белдерҙе.

«Беҙ әлегә кандидаттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Кандидатура һайланғас, почетлы консул үҙ эшенә тотона. Бөтә дәүләттәрҙә лә Почетлы консул институты мәҙәни бәйләнештәрҙе, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе оптималләштереү эшен күҙ уңында тота. Һеҙҙең республикаға даими киләбеҙ, ләкин Почетлы консул беҙҙең иғтибарҙы теге йәки башҡа мәсьәләләргә йүнәлтә ала. Был беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш», — тине Төрөк Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе.

Республика йортондағы осрашыуҙа ҡатнашыусылар бик күп берлектәге проекттарҙы, атап әйткәндә, башҡорт-төрөк проекттары тарихында иң күләмлеләренең береһен – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын тикшерҙе.

«Беҙ төрөк бизнесының Башҡортостан Республикаһына ҡыҙыҡһыныуын тоябыҙ. Тағы бер мөһим проект – бала табыу йортоноң яңы корпусын төҙөү, проекттың хаҡы – яҡынса 3 миллиард һум», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Төрөк бизнесмендары менән «Өфө» аэропортында ҙур транспорт терминалы, шулай уҡ ҙур спорт объекттары — Көрәш һарайы, Волейбол һарайы төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. 31 ғинуарҙа Өфөгә еңел сәнәғәт форумына Төркиәнән ҙур делегация килә. Әлеге ваҡытта Өфөнән Истанбулға тура рейс бар, рейстар һанын арттырыу планлаштырыла.

«Шуныһы мөһим: традицион мәҙәни бәйләнештәрҙән тыш, берлектәге инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Тиҙҙән Төрөк Республикаһында, Истанбул ҡалаһында, Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенең асылыуы беҙҙең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте йәнләндереүгә булышлыҡ итер тип ышанам. Башҡортостандан ҙур делегация бара».

Радий Хәбиров мәҙәни хеҙмәттәшлеккә лә ҡағылды. Әйтәйек, Башҡортостанда Төрөк киноһы көндәрен традицияға индереү тәҡдим ителә. Республика башлығы илсене 18 июлдән 2 авгусҡа тиклем Башҡортостанда үтергә тейешле Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы.

Төрөк Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе киләсәктә төрөк министрҙарының Башҡортостанға сәфәре планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. Мәҙәниәт өлкәһендә лә проекттар бар – Башҡортостанда ике-өс концерт һәм төрөк рәссамдары картиналары күргәҙмәһен ойоштороу. Башҡорт ижади коллективтарының сығыштарын Төркиәлә лә күрергә теләйҙәр.

Осрашыуҙа Төрөк Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Исмет Эрикан, Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1404881-v-bashkortostane-planiruetsya-otkryt-institut-pochetnogo-konsula-turetskoy-respubliki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть