Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

23 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Былтыр республикала яңы тыуған сабыйҙар һаны 10% кәмегән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

2019 йылдың 12 айында республикала 42 053 бала тыуған (уҙған йылдан 89%): 21 680 ҡыҙ һәм 20 373 малай, ҡыҙҙар 1307-гә күберәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында белдерҙеләр.

«Өфөлә тыуыу тураһында иң күп акттар Киров районының ЗАГС бүлегендә теркәлгән (2 883), икенсе урында — Калинин районының ЗАГС бүлеге (2 592), өсөнсөлә — Октябрь районының беренсе ЗАГС бүлеге (тыуыу хаҡында 1 958 акт), ҡалала бөтәһе — 14 меңдән ашыу сабый, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. — Тыуыу тураһында акт яҙмаларының дөйөм һаны кәмеүгә ҡарамаҫтан, Асҡын районында тыуым — 12%, Дим районында — 4,3%, Ленин районында  4,9% артҡан».

Дәүләт комитетының статистика мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Башҡортостанда 15 448 беренсе бала, 15 803 икенсе бала, 7 749 өсөнсө бала, 2 111 дүртенсе һәм 1 112 бишенсе, унан күберәк балалар, шулай уҡ 480 игеҙ һәм 8 өс игеҙ бала теркәлгән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылда Башҡортостанда 22 807 ҡыҙ һәм 24 264 малай донъяға килгән. ЗАГС бүлектәрендә тыуыу тураһында 47 411 акт яҙмалары теркәлгән, был 2017 йылға ҡарағанда 2 258 яҙмаға аҙыраҡ. 17 334 беренсе бала, 18 855 икенсе бала, 7 917 өсөнсө бала, 2 178 дүртенсе һәм 1 033 бишенсе һәм унан күберәк бала, шулай уҡ 607 игеҙ һәм 10 өс игеҙ бала тыуыуы теркәлгән. Өфөгә килгәндә, баш ҡалала 16 114 сабый донъяға килгән.

http://www.bashinform.ru/news/1404900-v-bashkirii-v-2019-godu-rodilis-bolee-42-tysyach-devochek-i-malchikov/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть