Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Нуриман районында Павловка һыу һаҡлағысы янында ҡотҡарыу отряды ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Нуриман районының Павловка ауылында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отрядын асыу планлаштырыла.

«Павловка һыу һаҡлағысы янында ял базалары һәм йорттары әүҙем үҫешә, уларҙа йыл әйләнәһенә күмәк спорт һәм мәҙәни саралар уҙғарыла. Һыу ятҡылығында йөҙөү саралары бик күп, ә ҡыш көнө боҙҙа ҡышын балыҡ тоторға яратыусылар йыйыла. Павловка ауылында эҙләү-ҡотҡарыу отрядын ойоштороу мохтаждарға тиҙ аралар ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә», — ти хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Әле отряд өсөн Павловка һыу һаҡлағысы эргәһендә ер бүленә. Унда дежур сменалар һәм махсус ҡорамалдарҙы һаҡлау өсөн биналар төҙөлә.

Башҡортостанда бөтәһе һигеҙ ҡотҡарыу отряды була. Бынан алда ойошторолған ете отряд Өфөлә, Белоретта, Дүртөйлөлә, Күмертауҙа, Сибайҙа, Туймазыла һәм Малаяҙ ауылында урынлашҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1404883-v-nurimanovskom-rayone-bashkirii-u-pavlovskogo-vodokhranilishcha-poyavitsya-spasatelnyy-otryad/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть