Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда аграрийҙар 2020 йылғы сәсеүгә 5,5 миллиард һумлыҡ кредит алырға ниәтләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 2020 йылғы сәсеү кампанияһына 5,5 миллиард һумлыҡ льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредит йәлеп итергә ниәтләй, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бынан тыш, һөт эшкәртеүсе предприятиелар 1,7 миллиард һумлыҡ льготалы кредит алырға теләй. Был аҡса шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе аванслауға йүнәлтелә.

2019 йылда республика аграрийҙарына 7,3 миллиард һумлыҡ 285 льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредит бирелде. Илдә аграрийҙарға льготалы кредит биреү механизмы 2016 йылдан бирле эшләй, уның ярҙамында алынған аҡса миҙгелле баҫыу эштәрен финанслауҙың төп сығанаҡтарының береһе булып тора.

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы республика аграрийҙарының дөйөм суммаһы 2,062 миллиард һумлыҡ льготалы кредит алыуға ғаризаһын хуплаған да инде. Ошо аҡса 2020 йылғы сәсеүҙе финанслау өсөн бүленә.

Быйыл Башҡортостан аграрийҙарынан тағы 13 ғариза (1,354 миллиард һумға) Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына ебәрелгән. Шуларҙың унауһы (1044 миллиард һумға) яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн кәрәкле әйләнештәге аҡсаны арттырырға теләүен белдергән.

http://www.bashinform.ru/news/1404811-v-bashkirii-na-posevnuyu-2020-goda-agrarii-planiruyut-privlech-kredity-na-5-5-mlrd-rubley/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть