Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала өйләнешеүҙәр йыш теркәлгән район аталды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылда Башҡортостанда 25 064 пар рәсми никахҡа ингән. Был турала республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты белгестәре хәбәр итте. ЗАГС бүлектәре шулай уҡ айырылышыу хаҡында 15 414 акт теркәгән.

Түбәндәге райондарҙа никахтар һанының 0,6 проценттан 54,8 процентҡа тиклем артыуы билдәләнә:

— Асҡын,

— Балтас,

— Ғафури,

— Дыуан,

— Йылайыр,

— Иглин,

— Краснокама,

— Миәкә,

— Стерлетамаҡ,

— Өфө,

— Саҡмағош,

— Шишмә,

— Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы,

— Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы,

— Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө,

— Ишембай районы һәм Ишембай,

— Межгорье,

— Нефтекама,

— Сибай,

— Өфөнөң Дим, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе райондары.

Айырылышыуҙар һанының кәмеүе буйынса лидерҙар иҫәбендә – Әбйәлил, Ауырғазы, Балтас, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш, Федоровка райондары. Ҡалалар араһында – Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Мәләүез, Ағиҙел, Күмертау, Межгорье, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфөнөң Калинин һәм Ленин райондары.

http://www.bashinform.ru/news/1404595-nazvan-rayon-bashkirii-gde-chashche-vsego-zhenyatsya-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть