Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров балаларҙы мәктәп автобустарында йөрөтөү шарттарын тикшерҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров балаларҙы мәктәп автобустарында нисек йөрөтөүҙәрен тикшереү өсөн эш сәфәренең маршрутын үҙгәртте, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе.

Республика башлығы юлға сығырға әҙерләнгән автобустарҙың береһенә инеп, оҙатыусы һәм балалар менән аралашты. Дөйөм алғанда, ул күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды.

«Балаларҙың йылы, уңайлы шарттарҙа йөрөүҙәре минең өсөн бик мөһим, — тине Радий Хәбиров. — Был автобус уңайлы, төҙөк, водитель бөхтә, оҙатыусы бар. Дөйөм алғанда, балаларҙы нисек кәрәк, шулай йөрөтәләр. Мин улар өсөн тынысмын».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районына һәм Күмертау ҡалаһына килде.

http://www.bashinform.ru/news/1404534-radiy-khabirov-proveril-usloviya-perevozki-detey-na-shkolnykh-avtobusakh/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть