Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Тантана» магазины иң матур биҙәлгән тип танылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Баш ҡала хакимиәтендә «Байрамса Өфө» ҡала биләмәләрен байрамса биҙәү конкурсына йомғаҡ яһалды.

Өфөнөң коммерция объекттары араһында беренсе урынды «Тантана»— «Башспирт» холдингының яңы алкоголь магазины (Ленин урамы, 31) алды. Бынан тыш, «Башспирт»тың төп офисы (Ветошников урамы, 97), Өфөнөң Киров районының сәнәғәт объекттары менән ярышып, еңеү яуланы. Дөйөм ҡала иҫәбендә компания өсөнсө урынды алды һәм 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Ғәҙәттәгесә, конкурс ҡала традицияларын үҫтереү, Өфөнөң тышҡы күренешен күркәмләндереү, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам мөхитен тыуҙырыу маҡсатында декабрь аҙағында уҙғарыла. 2019 йылда «Байрамса Өфө»нөң ойоштороу комитеты бөтәһе 254 ғариза ҡабул иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1404407-magazin-tantana-priznan-samym-krasivo-oformlennym-v-ufe-/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть