Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Салауат районы башлығының саҡырыуын ҡабул итте һәм яңы мәҙәниәт йортона баһа бирҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Ҡыйғы районы буйлап эш сәфәренән Өфөгә ҡайтышлай Радий Хәбиров Салауат районының Мөрсәлим ауылына инде. Декабрь аҙағында Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов Радий Хәбировты Мөрсәлим ауылы мәҙәниәт йортон асыу тантанаһына саҡырғайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡортостан башлығы эш сәфәре барышында 1895 йылда уҡ төҙөлгән иҫке клубты ҡарағандан һуң хөкүмәткә ауылда яңы клуб һалыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.

«Уны иртәгә асалар, аҙыраҡ ғына эштәр ҡалған. Ә бер йыл элек унда эш сәфәре менән килгән саҡта ҡурсаҡ театрынан кескәй, ләкин бик һәләтле артистар үҙҙәре эшләгән шаршау артында репетиция яһай ине. Хәҙер иһә бына ниндәй ҙур зал һәм сәхнә, китапхана һәм түңәрәктәр бар», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Урындағы театр түңәрәге етәксеһе Татьяна Шайхитова һәм уның тәрбиәләнеүселәре яңы тамаша әҙерләгән. Яҡташтары уны иртәгә яңы, заманса клубты асыу тантанаһында ҡарай ала.

http://www.bashinform.ru/news/1404043-radiy-khabirov-prinyal-priglashenie-glavy-salavatskogo-rayona-i-otsenil-novyy-dom-kultury-/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть