Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға түләү арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2020 йылдан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең минималь күләме — бер квадрат метр өсөн 6,9 һум (хәҙер – 5,2 һум), ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 7,5 һум (хәҙер – 5,8 һум) була.

Республикала норматив 2014 йылдан үҙгәрмәгән, тип иҫкә төшөрҙөләр «Төбәк операторы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһында. 2019 йылда Рәсәйҙә түләүҙе уртаса күләме – бер квадрат метр өсөн 9,8 һум. Төбәк операторы иҫәпләүҙәре буйынса, 2019 йылда республика өсөн иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән түләү күләме 10,9 һум тәшкил иткән.

Башҡортостанда 30 йылға иҫәпләнгән күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһына (2014-2043 йылдар) 17 023 йорт индерелгән.

«Башҡортостанда тарифтар — илдә иң түбәндәрҙең береһе. Түләүҙең минималь күләме 46 төбәктә артҡан да инде, 2020 йылда Рәсәйҙең тағы 27 субъектында тарифтар ҡиммәтләнә», — тип белдерҙеләр республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

2021 һәм 2022 йылдарҙа түләүҙең күләме инфляция кимәленән сығып үҙгәртелә.

http://www.bashinform.ru/news/1403697-v-bashkirii-povyshayutsya-vznosy-na-kapremont-mnogokvartirnykh-domov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть