Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмын рус телендә Рәсәй актерҙары тауышландырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмын рус телендә Санкт-Петербург актерҙары тауышландырҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына режиссер үҙе хәбәр итте. Фильмдың тауыш режиссеры һәм уны ҡабаттан яҙҙырыусы – Владимир Сухарев.

«Был минең тормошомда иң яуаплы һәм ҡатмарлы проект булды. Мине тәҡдим иткән өсөн фильмдың операторы Вячеслав Ложковҡа һәм ошондай проектты ышанып тапшырған режиссер Айнур Асҡаровҡа ҙур рәхмәт, — ти Владимир. — Яңы йылда барыһына ла ошо фильмды ҡарарға кәңәш бирәм, сөнки ул ысынлап та үҙенең изге, ихлас һәм саф булыуы менән иғтибарға лайыҡ».

Киң тамашасы өсөн премьера сентябргә билдәләнгән, һуңынан картина прокатҡа сыға. Бәлки, быға тиклем тамашасылар фильмды фестивалдәрҙә ҡарай алыр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған юбилей сараларында ҡатнашыусыларға уның повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы күрһәтелде.

Фильмдың режиссеры – билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров («Өфөнән һөйөү менән», «Еңмеш», «Әсе бал», «Пилорама», «Әсә»), сценаристар — Айҙар Аҡманов, Мәғәфүр Тимербулатов, Дамир Йосопов, композитор — Камил Абдуллин. Картинала башҡорт театрҙарының танылған актерҙары Азат Йыһаншин, Вәкил Йосопов, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Гөлшат Ғайсина, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар уйнай.

http://www.bashinform.ru/news/1403749-film-aynura-askarova-otryad-taganok-na-russkiy-yazyk-produblirovali-rossiyskie-aktery/

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть