Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.76 ↑

EUR 69.08 ↓

19 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда бер ҡатын ут ялмап алған өйгә кире ингән, һөҙөмтәлә тәненең 90 проценты бешкән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2020 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

19 ғинуарҙа Иглин районының Оло Теләк ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Иртән ике фатирлы йорт янып киткән. Был ваҡытта бер фатирҙа — Зилара С., икенсеһендә Александр Б. өйҙә булған.

«Мин иртән эшкә киткәндә ул йоҡлай ине. Өйҙән 30 саҡрым тирәһе алыҫлашҡас, Зилара шылтыратып, тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға ҡушты», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына фатир хужабикәһенең ире Ринат.

47 йәшлек Зилара күршеһен верандала сыҡҡан янғын тураһында иҫкәрткән һәм үҙе кире ут эсенә инеп киткән. Ул документтарын алырға теләгәндер, бәлки, ләкин өлгөрмәгән. Һөҙөмтәлә ҡатын Өфөнөң тән бешеү үҙәгенә оҙатылған, тәненең 90 проценты бешкән.

Сәхийәровтар ғаиләһе әлегә ҡәйнәһе йортона ҡайтҡан. Ринат менән Зилараның ике балаһы Башҡортостандың баш ҡалаһында уҡып йөрөй, ата-әсәһе менән бергә вайымһыҙ булмаған кешеләрҙән ярҙам көтә. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, ул был урында яңы йорт төҙөргә теләмәй. Яңы өй һатып алырға һәм уны мотлаҡ страховкаларға йыйына.

Бәйләнеш өсөн телефон: Ринат Мәсғүт улы Сәхийәров 8 (961) 047-29-53⠀                      

Теги: янғын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть