Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә театр декадаһы «Батырҙарҙы данлар илем бар» музыкаль драмаһы менән асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә театр декадаһы «Батырҙарҙы данлар илем бар» музыкаль драмаһы менән асыла. 30 ғинуарҙа Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасыларҙы киске сәғәт 7-гә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына саҡыра.

Драма Башҡортостандың 100 йыллығына һәм шағир, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуына арнала.

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған, тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле концерт программаһында Башҡортостандың азатлыҡ өсөн көрәш юлы, халҡыбыҙ тарихы, милләт яҙмышы сағылдырыла. Артистар үҙҙәренең йыр-бейеүҙәре аша ата-бабаларыбыҙҙың йолалары, уларҙың ҡаһарманлығы, тарихы һәм бөгөнгө көндә борсоған нәмәләр хаҡында, иң мөһиме, Тыуған илгә һөйөү тураһында һөйләй. Программала Сибай концерт-театр берекмәһенең бөтә ижади төркөмө ҡатнаша.

Авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев; режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композиторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам  – Айгөл Байрамғолова.

Өфөлә театр декадаһы 11 февралгә тиклем дауам итә. Уның программаһында – уҙған миҙгелдә сәхнәләштерелгән 10 сағыу тамаша һәм Башҡортостан театрҙарының «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Театр – балаларға» проекттары сиктәрендә ҡуйылған премьера спектаклдәре.

http://www.bashinform.ru/news/1403332-teatralnyy-dekadnik-v-ufe-otkroet-muzykalnaya-drama-slavnye-syny-otchizny/

                        

Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть