Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Беренсе бала өсөн әсәлек капиталын мартта уҡ түләй башларға ниәтләйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Беренсе бала өсөн әсәлек капиталын мартта уҡ түләй башларға ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә «Известия».

Хәҙерге ваҡытта депутаттар һәм сенаторҙар Рәсәй президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге йөкләмәләрҙе үтәү өсөн кәрәкле закон проекттарын ҡарарға әҙерләнә.

Дәүләт Думаһының социаль сәйәсәт буйынса комитетында белдереүҙәренсә, тәүге бала өсөн әсәлек капиталын, балаларға торлаҡ түләүҙәре кеүек үк, март-апрель айҙарында уҡ ғәмәлгә индерә башлайҙар.

Ләкин бының өсөн «Балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында» һәм «Ғаиләгә булышлыҡ итеүҙең өҫтәмә саралары тураһында» ғәмәлдәге закондарға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерергә кәрәк, тип билдәләнеләр Федерация Советында.

«Бюджет кодексына ла үҙгәрештәр индерелә. Индерелгән закон проекттарын Думала мөмкин тиклем тиҙерәк ҡарарбыҙ», — тине Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты ағзаһы Светлана Бессараб.

Федерация Советының Социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Валерий Рязанский һүҙҙәренсә, сенаторҙарҙың төп бурысы – әҙерләүгә әүҙем ҡушылыу һәм үҙгәрештәр талап иткән документтарҙы анализлау, шулай уҡ «тейешле башланғыстарҙы үткәреүгә йәшел ут биреү».

Сенатор белдереүенсә, федераль бюджет иҫәбенә түләүҙәрҙе финанслау ҙа үҙгәрә.

http://www.bashinform.ru/news/1403254-nachislyat-matkapital-na-perventsa-planiruyut-nachat-uzhe-v-marte/                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть