Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр ижади конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы. Ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы менән берлектә «Йәшлек» республика йәштәр гәзите. Конкурста белем биреү учреждениеларының 10-11-се класс уҡыусылары, лицей һәм колледждарҙың студенттары ҡатнаша ала. Улар мотлаҡ башҡорт телендә яҙышырға тейеш.

Эштәр телде һаҡлап ҡалыу, экология, башҡорт халҡының тарихи үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә, ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйланыуҙарға, хәҙерге заманда йәштәрҙе үҫтереү мәсьәләләренә арналырға мөмкин. Уның формаһы төрлөсә булыуы ихтимал: хикәйә, шиғыр, новелла.

Быйыл конкурс республика башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына үткәрелә. Эштәр гәзит биттәрендә, сайтта һәм «Бәйләнештә»ге төркөмдә баҫылып сыға. Тәүге урындарҙы алғандарға премия тапшырыла. Беренсе премияның күләме – 15 мең һум, ике премия — 10-ар мең һәм өсәүһе — 5-әр мең һум. Ҡалған ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа конкурс лауреаттары исеменә, дипломдарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була. Шулай уҡ уҙған йылдарҙың конкурс эштәре менән китап нәшер ителә.

Эшеңә үҙең хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һалырға кәрәк. Материалдар 2020 йылдың 30 апреленә тиклем : 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат, «Йәшлек» гәзите редакцияһы адресына ҡабул ителә, электрон почта — ye02@yandex.ru. Өҫтәмә мәғлүмәт — гәзиттең сайтында һәм «Бәйләнештә»ге төркөмдә.

Белешмә. Уҡыусы йәштәр араһында йәмәғәтселек резонансы тыуҙырған конкурс 2014 йылдан алып ойошторола. Ул 17 йәшендә автомобиль фажиғәһендә һәләк булған Булат Солтангәрәевтың исеме менән аталған. Үҫмер һәр яҡлап талантлы булған, ижад менән менән шөғөлләнгән һәм спорт менән мауыҡҡан, конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, беренсе урындар яулаған. 2016 йылда Булаттың ижады һәм тормошо хаҡында китап донъя күргән. Йыл һайын конкурста йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының XIX фестивалендә «Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы» журналистар акцияһы республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат тип танылды.

http://www.bashinform.ru/news/1403079-v-bashkortostane-nachalsya-molodezhnyy-tvorcheskiy-konkurs-imeni-bulata-sultangareeva/

Теги: конкурс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть