Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «ашығыс ярҙам»да эшләгән табиптарҙың уртаса эш хаҡы 75 меңгә етте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы табиптарының уртаса хеҙмәт хаҡы 2019 йылда 74,9 мең һумдан артты, тип хәбәр итте Максим Забелин республика хөкүмәтендәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә.

«Ашығыс ярҙам»да эшләгән урта медицина персоналының хеҙмәт хаҡы уҙған йылдың ғинуар-декабрендә уртаса 43,1 мең һум тәшкил итте. Кесе медицина персоналы иһә 33,9 мең һум самаһы алды.

«Былтыр Башҡортостанда ашығыс саҡырыуҙарға ваҡытында килеп етеү өлөшө 98,7 процент тәшкил итте», — тине республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.

Хәҙерге ваҡытта республиканың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтендә 59 станция һәм бүлексәләр бар. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 74 һәм 23 бригаданан торған бер ашығыс медицина ярҙамы станцияһы иҫәпләнә. Башҡортостандың 57 районында һәм ҡалаларҙа ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләре эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1402750-v-bashkirii-srednyaya-zarplata-vrachey-na-skorykh-dostigla-75-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть