Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Синоптиктар республикала көндәрҙең ҡасан һыуытасағы тураһында хәбәр итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда яңы 2020 йылдың беренсе айы аномаль йылы булыуы менән айырылып тора.

Әлеге ваҡытта уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары. Уҙған көндә республикала епшек ҡар яуҙы, төндә ул боҙло ямғыр менән алмашынды. Көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһы плюс билдәһенә күтәрелде, ҡар ирей, юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелә.

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгәнән, 18 ғинуарҙан башлап, атмосфера баҫымы күтәрелә башлай. Һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә. 18 һәм 19 ғинуарҙа һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -10,-15 градус була, көндөҙ 0,-5 градус көтөлә.

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, киләһе аҙнала республикала көндөҙ -4,-6 градус була. Аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана: көндөҙ -11, төндә -15 градусҡа тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1402673-sinoptiki-soobshchili-kogda-v-bashkiriyu-pridet-pokholodanie-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть