Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Берлинда «Йәшел аҙналыҡ»: Башҡортостан менән Австрия агросәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Берлинда 85-се «Йәшел аҙналыҡ-2020» халыҡ-ара күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Форумда Башҡортостандың хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге рәсми делегацияһы ҡатнаша. Эшлекле программа барышында Илшат Фәзрахманов Австрияның федераль ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм министры Элизабет Кестингер менән осрашты. Яҡтар ауыл һәм урман хужалығы, шулай уҡ туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ноябрендә Австрияла Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһында өс документҡа ҡул ҡуйылды. Атап әйткәндә, «СБТ Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ДеЛаваль» акционерҙар йәмғиәте, Үрге Австрияның тоҡомло кәзәселек ассоциацияһы һәм Башҡортостандың ит союзы араһында республикала 10 000 баш һауын кәзәһенә иҫәпләнгән кәзәселек комплексы булдырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу хаҡында килешеү.

Башҡортостан Рәсәй экспозицияһы составында үҙенең иң яҡшы аҙыҡ-түлеген күрһәтә. Коллектив стендта «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты һәм республиканың 12 предприятиеһы ҡатнаша. «Йәшел аҙналыҡ» — уникаль халыҡ-ара аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы һәм баҡсасылыҡ күргәҙмәһе. Сара Башҡортостан предприятиеларына продукцияны алға ебәреү өсөн төбәк, сит ил партнерҙары менән бәйләнеш булдырыу майҙансығы ул. Тотош донъяла аҙыҡ-түлек һәм эсемлек етештереүселәр ошо күргәҙмәне һатыу баҙары һәм һынау, шулай уҡ имиджды нығытыу өсөн файҙалана.

«Йәшел аҙналыҡ-2020» 26 ғинуарға тиклем дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1402666-zelenaya-nedelya-v-berline-bashkiriya-i-avstriya-dogovorilis-o-sotrudnichestve-v-sfere-apk/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть