Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт драма театры «Гөлбостан» премьераһына саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

1 һәм 2 февралдә Дамир Йосоповтың сәхнә версияһында Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы буйынса «Гөлбостан» спектакленең премьераһы була. Спектакль Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәхнәһендә күрһәтелә.

Спектаклде ҡуйыусы – театрҙың баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов. Ижади төркөмдә шулай уҡ рәссам Альберт Нестеров, композитор Марат Фәйзуллин, хореограф Алина Мостаева, яҡтылыҡ рәссамы Илшат Саяхов, фольклор буйынса консультант Гөлгөнә Баймырҙина бар. Дамир Йосоповтың инсценировкаһы рус телендә яҙылған, башҡортсаға Динара Ҡәйүмова тәржемәләгән.

«Таңсулпан» пьесаһы 1941 йылда яҙылған. Унда XVIII быуат аҙағындағы ваҡиғалар бәйән ителә. Егет, кәләшенең ата-әсәһенә ҡалым түләргә хәленән килмәгәс, һөйгәнен бай ҡартҡа кейәүгә биреүҙәренә ризалаша.

«Дамир Йосоповтың һәм режиссер Айрат Абушахмановтың хәҙерге сәхнә версияһында ваҡиғалар әллә киләсәктә, әллә альтернатив ысынбарлыҡта бара: ябыҡ сәнәғәт комбинаты хужаларының боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары хеҙмәткәрҙәр өсөн устав ҡағиҙәләренә әүерелә, — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән. — Был осраҡта ғашиҡ йәндәр Гөлбостан менән Айсыуаҡ кемдәр — ҡорбандармы әллә еңеүселәрме? Спектаклдә социаль ғәҙелһеҙлек темаларынан тыш, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу проблемалары күтәрелә».

Спектаклдә актерҙар Гөлназ Хайсарова, Азат Вәлитов, Олег Ханов, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Әхәт Хөсәйенов, Ирек Булатов, Алһыу Бәхтиева, Илдар Сәйетов, Зиләрә Юлтаева, Илсур Байымов, Урал Әминев, Айҙар Шәмсетдинов ҡатнаша. Күмәк сәхнәләрҙә: Илгизә Ғилманова, Морат Рафиҡов, Алмаз Йосопов, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Кәбиров, Гөлмирә Исмәғилева, Лилиә Ғәлина, Руслан Ғәлимов.

http://www.bashinform.ru/news/1402624-bashdramteatr-priglashaet-na-premeru-gulbustan-v-interpretatsii-ayrata-abushakhmanova/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть