Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала төбәк операторҙары ғинуар аҙағына тиклем подрядсылар менән сүп-сар сығарыуға килешеүҙәр төҙөй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары 28 ғинуарға тиклем был эш башҡарылмаған барлыҡ муниципалитеттарҙа, башлыса ауыл райондарында подрядсылар менән сүп-сар сығарыуға килешеүҙәр төҙөргә тейеш. График республика Экология министрлығында раҫланған.

Яҙ көнө республикала «RM: контейнер майҙансыҡтары» — ҡалдыҡтар йыйыуҙы һәм сығарыуҙы автоматлаштырылған күҙәтеү системаһы эшләй башлай. 2019 йылдың 20 декабренән муниципалитеттар майҙансыҡтарҙы инвентаризациялау эшенә тотондо. Әле 10 222 контейнер майҙансығы (60% тиерлек) һанлы формаға күсерелгән. Датчиктар контейнерҙарҙың тулыуын күҙәтергә, сүп-сар ташыусыларҙың маршрутттарын оптималләштерергә мөмкинлек бирә.

1 февралдән коммуналь техника водителдәре һынау режимында майҙансыҡтан ҡый сығарыу фактын фотоға төшөрә башлай. 1 марттан программа тулыһынса эшләргә тейеш. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу тураһында мәсьәләләр республика хөкүмәтендә төбәктәр менән кәңәшмәлә тикшерелде. Уны беренсе вице-премьер Андрей Назаров һәм вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев үткәрҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1402627-v-bashkirii-do-kontsa-yanvarya-regoperatory-zaklyuchat-dogovory-s-podryadchikami-na-vyvoz-musora/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть