Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары 70% — 17,6 меңгә тиклем артырға мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй президентының көндөҙгө бүлектә бушлай уҡыу мөмкинлеген федераль бюджеттан бүленгән аҡса менән тәьмин итергә ҡушыуына бәйле Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һаны 17,6 меңгә тиклем артыуы ихтимал.

Республика хөкүмәте 2020-2021 йылғы уҡыу йылына тап ошондай һан (17 605) һорағайны, хәҙер ошо мәсьәләгә кире ҡайтырға мөмкин, тине вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров «Мәғариф сәғәте»ндә.

Ағымдағы уҡыу йылында республикала 10 191 бюджет урыны, киләһенә 11 264 раҫланған. «Башинформ», агентлығы хәбәр иткәнсә, илдең алты төбәгендә генә бушлай белем биреү урындары артты. Башлыса улар өс төп юғары уҡыу йорто: Башҡорт дәүләт университеты — 574, Өфө дәүләт нефть техник университеты — 294, Өфө дәүләт авиация техник университеты — 185.

Республиканың 11 вузында һәм 24 филиалында 100,7 мең уҡыу урыны бар, шуларҙың 51,2 меңе — көндөҙгө бүлектә.

Өфө дәүләт нефть техник университетында түләүле көндөҙгө бүлектә белем алыу хаҡы йылына — 105-200 мең һум, Өфө дәүләт авиация техник университетында — 84-165 мең, Башҡорт дәүләт педагогия университетында — 100-112 мең, Башҡорт дәүләт аграр университетында — 90-160 мең, Башҡорт дәүләт медицина университетында — 120-171 мең  (сит ил студенттары өсөн 250 мең һум).

http://www.bashinform.ru/news/1402556-v-vuzakh-bashkirii-kolichestvo-byudzhetnykh-mest-mozhet-vyrasti-do-17-6-tysyach/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть